Текст данной песни:
Яратырға килдек беҙ был ергә,
Яратмаған йөрәк яна алмай
Яратмаған йөрәк - йөрәк түгел,
Яратмаған йөрәк кәрәк түгел, -
Яратмайса беҙгә ярамай
Яратығыҙ тыуған илебеҙҙе,
Яратығыҙ тыуған телебеҙҙе,
Бер нимәгә лә ҡарамай, -
Мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай
Яратыуҙар булмай еңел генә -
Күңелдәрҙе мең ҡат яралай.
Тик барыбер яратырға кәрәк,
Һағыштарҙы таратырға кәрәк, -
Яратмайса беҙгә ярамай.
Яратығыҙ ғәзиз әсәләрҙе,
Яратығыҙ ғәзиз балаларҙы,
Бер нимәгә лә ҡарамай, -
Мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай
Яратмаған кеше яратмаһын,
Ундайҙарға яныу янамай.
Яратырға кәрәк Таһир кеүек,
Яратырға кәрәк Зөһрә кеүек, -
Яратмайса беҙгә ярамай
Яратығыҙ тыуған яғығыҙҙы,
Яратығыҙ һөйгән йәрегеҙҙе,
Бер нимәгә лә ҡарамай, -
Мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай